– Ниңә мине ҡотҡарҙың? Шунда ятып ҡына ҡалған булһам, был ғазаптарҙы күрмәҫ инем! – Ҡыҙ...
– Ниңә мине ҡотҡарҙың? Шунда ятып ҡына ҡалған булһам, был ғазаптарҙы күрмәҫ инем! – Ҡыҙ, йәшле күҙҙәрен тултырып, егеткә тишерҙәй итеп ҡараны. Бындай осраҡта ни эшләргә кәрәклеген белмәгән Сыңғыҙ, аптырап, тирә-яғын байҡаны. Уның бәхетенән палаталағы ҡатындарҙың береһе ярҙамға килде. – Үҙеңде ҡулға ал, иҫән ҡалыуыңа ҡыуан, иҫәркәй. – Ләйсәндең нисек имгәнгәнен белгәнгә оҡшай, бик ышаныслы итеп һөйләне. – Үҙеңде бөтөрмә, йәш һөйәк тиҙ төҙәлә. Бер заман бында ятҡан көндәреңде төштә генә һымаҡ хәтерләрһең әле. Мин әйтте тиерһең... – Баш та бар икән был апайҙа, һүҙҙәре аҡыл эйәләренекенә оҡшаш. – Кешеләрҙең сыҙамлығын, йәшәүгә ынтылышын тикшерә яҙмыш, һынау ебәрә. Шуға бында ятабыҙ. Ҡыҙ һулҡылдап иларға тотондо. Сыңғыҙ уны тынысландырырға тырышты, йомшаҡ сәстәренән һыйпағанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды. https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-09-11/k-el-oshom-4808462