Сәрби әбей, һалҡын тиргә батып, өшөп уянды. Имеш, ул ҡара урманда улының ҡайҙалыр алыҫт...
Сәрби әбей, һалҡын тиргә батып, өшөп уянды. Имеш, ул ҡара урманда улының ҡайҙалыр алыҫта ишетелгән тауышына ашыға, ә урман һаман ҡараңғылана һәм ҡуйылына бара. Тирә-яҡтан уға оҙон бармаҡлы йөнтәҫ ҡулдар һуҙыла, баш осонда ғына, ҡот осҡос тауыштар сығарып, дәү-дәү ҡоштар әйләнә, ағас төптәрендә, күҙҙәрҙе арбап, йыландар ыҫылдаша. Сәрби әбей улына ҡысҡыра, әммә үҙенең тауышын үҙе ишетә алмай, тик Тимерйәндең һаман да: «Әсәй! Әсәй!» - тип һөрәнләгәне генә ҡолағына салына. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-09-02/sikm-k-hik-y-4775770