– Килен, мине ғәфү ит инде. Миңә күп ҡалманы, һин генә мине тәрбиәләнең... Мунсаға бары...
– Килен, мине ғәфү ит инде. Миңә күп ҡалманы, һин генә мине тәрбиәләнең... Мунсаға барып арҡаларымды йылытырға ине, – тигәс, ҡәйнәһен йәлләп, Булатҡа: “Бөгөн мунса яғам, ҡәйнәмде мунсаға алып килерһең", – тип ҡайтып китә. Оҙаҡ та үтмәй әбейҙе алып килеп ҡалдырып китә Булат. Күптән йылы аш күрмәгән ҡәйнәнең һурпа эскәс, йөҙҙөренә йән инеп китә. Ә кискеһен әбейҙе мунсаға алып бара Гүзәл, арҡаларын майлатып, оҙаҡ ҡына ултыра Мәстүрә апай. Кис килеп алам тигән Булат икенсе кис тә, өсөнсө кис тә килмәй. Һыуға батҡандан юғала. Шулай Мәстүрә апай тағы ла килене ҡарамағанда ҡала. Гүзәл үҙе лә ҡәйнәһен йәлләй. Гел әбейҙең эргәһендә йоҡлап өйрәнгән ейәне Мирас өләсәһе ҡайтҡас, уның янындағы ғына йөрөй. Эштәндә һуңлап ҡайтҡан саҡтарҙа улы менән өләсәһе булғас, ҡатындың күңеленә еңел – ятҡан көйө булһа ла ейәнен ҡарап ята. Бер көн эштән ҡайтып ингән Гүзәлде биш йәшлек Мирас йүгереп сығып: – Әсәй беҙҙең өләсәйҙең күҙҙәре ҡатҡан, ҡулдарыла ҡаты... – тип ҡаршы ала. Гүзәл шунда уҡ ашығыс ярҙам саҡырта. Тик тиҙ килеп еткән табиптар әбейҙең бер сәғәт элек китеп барыуын әйтәләр... https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-09-05/ya-myshtar-an-u-mysh-yu-4802761