ЕҘНӘЙЕМ ИНЕҢ...
ЕҘНӘЙЕМ ИНЕҢ... – Ҡайтты бит тәки. – Ҡайтмаҫтыр ҙа тигәйнем мин аны! – Еҙнәһе бит ҡалай булһа ла... Нисек ҡайтмаһын?! Быларҙың барыһы ла үҙем хаҡында әйтелгәнен самалаһам да, кем ауыҙынан сыҡҡанына артыҡ иҫем китмәй. Кеҫәмдәге яулыҡты сығарып соланда уҡ ябынып алғас, төпкә үтәм. ...Еҙнәмдең мәйетен күргәс, донъя түңкәрелеп төшкәндәй була. Түрҙә һыҡтап ултырған апайымды, унан ситтәрәк баҫып торған биш ҡустымды шәйләп алам. Ҡаҙ бәпкәләре ише теҙелеп, бер-береһенә һыйынышып ҡына торған була туғанҡайҙарым. Ғәзиз кешеләрен юғалтыуҙандыр, яурындары төшөп, кәүҙәләре бәләкәсәйеп ҡалғандай тойола. Атайһыҙлыҡ шулай бөгәлер әҙәм балаһын… Төн буйына керпек тә ҡаҡмай еҙнәмдең баш осонда ултырып сыҡтым. Бүтәндәр сиратлап булһа ла серем итеп алды, мин иһә, ошо еҙнәйле сағымды оҙайтырға тырышыпмы, керпек тә ҡаҡмай таң аттырҙым. https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-08-26/e-n-yem-ine-4793624