– Килен, һинең үҙенә лә тыныс тормош оҡшамай, шикелле. Шул әсе теллелегең арҡаһында бар...
– Килен, һинең үҙенә лә тыныс тормош оҡшамай, шикелле. Шул әсе теллелегең арҡаһында бар ошо ғауғалар килеп сыға ла – мин шуны аңланым. Кемгә оҡшап һин ундай уҫалһың? Ҡоҙа ла, ҡоҙағый ҙа һәйбәт кешеләр. Ир кеше бала кеүек бит ул. Уларға аҙыраҡ йән аҙығы осөн йылы һүҙ ҙә кәрәк. Ә һин, ҡырын һаплап, бар ерҙән иреш сығарырға тораң. Ҡаты бәғерлеһең. Булат бит ҡайтты, нишләп һуң аҙыраҡ ир кешенең һүҙен һүҙ итмәҫкә? Наҙлы ҡатындар күп һәм һин ундай ҡаты йөрәк булғас, ирең шундай ҡатындарға ҡарай инде. Бында төп ғәйеп һиндә, килен, һиндә – тине ҡәйнә ярһып. – Эйе, һин улыңа тейешле тәрбиә бирә алмаған өсөн мин ғәйепле икән. Барыһына ла мин гәйепле. Мин ҡаты йөрәк булһам, һинең аҫтың сереп ятыр ине. Кем һине ҡарай, улыңмы, минме? Миңә ундай һүҙҙәр әйтергә, ҡәйнәм, һеҙҙең хаҡығыҙ юҡ! Белдеңме? Ғәйеп һиндә! Бына мин улымды тейешле итеп, ысын ир итеп тәрбиәләйәсәкмен, белдеңме? – тип Гүзәл ҡәйнәһенә ҡысҡырҙы. https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-08-22/ya-myshtar-an-u-mysh-yu-4789599