Сәриә муллыҡҡа маһайып аҙып - туҙып йөрөнө, ире ебәргән аҡсаларҙы пыран - заран туҙҙыры...
Сәриә муллыҡҡа маһайып аҙып - туҙып йөрөнө, ире ебәргән аҡсаларҙы пыран - заран туҙҙырып күңел асып йәшәүҙе хуп күрҙе. Ришат ағай законлы айырылып, бер ни ҙә бүлешмәй, ғүмер буйы йыйған донъяһын ҡалдырып, арҡаһына рюкзак аҫып беҙең янға эшкә килде. Тормошона, йәшәйешенә ҡырҡа үҙгәреш керетергә, киләсәген шау сәскәле, йылы ҡояшлы, наҙлы яҙға әйләндерегә ул бөгөндән әҙер ине. Бөгөн вахтаның һуңғы көнө, Ришат ағайҙың ғына түгел минең дә йоҡо ҡасты. Ул тәғәйенләп осрашыуға ниәтләнгән беҙгә барырға, ғүмер буйы яратып йөрөгән кешеһе менән. Автобустан төшөп ҡалып йәйәү киләбеҙ, ярты саҡырым тирәһе атларға. Шундай саф һауа, ҡоштар һайрай, яҙғы матурлыҡ... Ришат ағай аҡланда умырзая сәскәләрен йыя. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-05-20/yu-altyu-azaby-hik-y-4692733