Әлбиттә, ире менән аралары һыуынып, хәләленең “һул”ға йөрөгәнен һиҙмәҫкә ул да күҙһеҙ б...
Әлбиттә, ире менән аралары һыуынып, хәләленең “һул”ға йөрөгәнен һиҙмәҫкә ул да күҙһеҙ бүкән түгел. Мараттың ҡапыл тоҡанып, тиҙ генә һүнә-һүрелә торған холҡо барлығын белгәнгә, барыһына ла тыныс ҡарай. Кемдәрҙеңдер быны битарафлыҡ менән бутауы бар. Әммә быныһы дөрөҫ түгел. Әгәр ҙә битараф булһа, тормош иптәшенең бындай мауығыуҙарына ҡул һелтәп ҡарар, яйы тура килгәндә үҙе лә сит ирҙәр менән йөрөр һәм иң мөһиме бөтөнләй үҙен ҡарамаҫ ине. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-07-20/h-yl-4756612