Бына-бына икенсе курсты тамамлайым тигәндә, дауаханаға килеп эләктем. Табиптар миндә ту...
Бына-бына икенсе курсты тамамлайым тигәндә, дауаханаға килеп эләктем. Табиптар миндә туберкулез тип аталған ҡот осҡос сир тапты. Был яман ауырыуҙы үпкәлә ниндәйҙер «кох таяҡсалары» барлыҡҡа килтерә, ти медиктар. Үҙем өсөн генә түгел, башҡаларға ла ҡурҡыныс тыуҙыра икән ул. Күпме иланым мин, белһәгеҙ ине. Ни өсөн миллионлаған халыҡ йәшәгән ҡалала тап мин ауырырға тейеш булғанмындыр инде. Әлдә әсәкәйем бар донъяла. Ул булмаһа, был мәхшәрҙе еңеп сыға алыр инемме? Ә атайым уҫалыраҡ кеше, ҡаты бәрелергә, берәй нәмә оҡшамаһа, ҡырт әйләнеп сығып китергә лә күп уйлап тормай. Апайым менән ағайым да, мин дә унан шөрләйбеҙ, эс серҙәребеҙҙе әсәйгә генә сисәбеҙ. Минең ауырығанды белгәс, атайым ҡалай ныҡ әрләне... https://ejansura.ru/articles/hikaya/2025-04-14/nm-oyashym-4197307