Егет үҙенең киләсәк тормошон гел матур сағыу төҫтәр аша күрҙе.
Егет үҙенең киләсәк тормошон гел матур сағыу төҫтәр аша күрҙе. Шау сәскәле, йылы ҡояшлы, наҙлы яҙ кеүек. Ҡышҡы ыжғыр буранһыҙ, сатлама һыуыҡһыҙ, көҙгө шыҡһыҙ илаҡ ямғырһыҙ тойола кеүек ине уға. Ауылда иң өлгөлө татыу ғаиләләрҙең береһе булып иҫәпләнделәр. Атаһы ауылдың абруйлы, киң яуырынлы, көслө ихтиярлы, ғәҙел тоғро, бар яҡлап та булған, уңған, алтын ҡуллы ине. Иләгенә силәге тигәндәй әсәһе лә, сибәрлеге, егәрлелеге менән ауыл халҡын шаҡ ҡатырып күптәрҙе көнләштергән ҡатын. Тик тормош аяҙ көндәрҙән генә тормағанын үҫә төшкәс әсәһе яман сир менән сирләп үлгәндән һуң аңланы. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2025-04-22/yu-altyu-azaby-4208802