Беренсе эш хаҡы алыуыма өйгә ҡайтып, туғандарымдың хәлен белешеп килергә ниәтләнем. Һуң...
Беренсе эш хаҡы алыуыма өйгә ҡайтып, туғандарымдың хәлен белешеп килергә ниәтләнем. Һуң ғына ҡайтып етеп, ихата эсенә килеп инһәм, һеңлем иңрәй-иңрәй һыйыр һауып ултыра. Мине күрҙе лә, ҡаршыма йүгерҙе, ҡосаҡлап, үкһеп илап ебәрҙе: “Апайым ҡайтты! Беҙ һине шундай ныҡ көттөк! Башҡа китмә инде, апайым!” “Бына иҫән-һау ҡайттым бит, ҡуй, илама”, – тим. Ә ул, апай, мин шундай ныҡ ыҙалайым, белһәң ине, бына ҡара, тип йәшле күҙҙәрен мөлдөрәтеп, ҡулдарын күрһәтте. Бәләкәскенәмдең усҡынаһын күрҙем дә, тетрәндем: йыуаса бешергәнендә яңылыш тотҡаһына төртөлөп, табаны түңкәргән, үгәй әсәйҙән туҡмалмаҫ өсөн шуны тотайым тигәнендә ҡайнар май устарына түгелгән. Шул өрөлөп бешкән усҡыналарын күреп тә, ҡәбәхәт бисә һеңлемдән көн дә иртәле-кисле һыйыр һауҙырған! https://ejansura.ru/articles/telgen-m-bergen-m/2026-01-12/g-y-s-y-r-4533881