– Этәрмә мине! Мин бит һиңә ят түгел, инде күпме ғүмер итеп ташланыҡ. Ни өсөн һаман миң...
– Этәрмә мине! Мин бит һиңә ят түгел, инде күпме ғүмер итеп ташланыҡ. Ни өсөн һаман миңә шулай һалҡынһың! Һинең йылы һүҙеңә лә хоҡуғым юҡмы ни? Ғәфү ит инде мине Артур, баланың туйы үтһен дә... Мин һинән китәм, һөймәгәнгә һөйкәлмә, тиҙәр бит. Йәнә лә һинең нисек өҙгөләнгәнеңде, ғазапланғаныңды күреп ялҡтым... Һаман онотмайһың Тәслимәңде... Тик кисер мине, Артур... Һинән миңә башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй... Ә һеңлемдән теге доньяла ғәфү үтенермен, – тип күҙ йәштәре аша һамаҡлап, ҡасанан инде күңелендә һаҡлап килгән әйтер һүҙҙәрен ярып һалды Әҡлимә. Ҡатыны өсөн мәңге ҡаты бәғерлегә әйләнгән ир һаңғырау кеше шикелле сырайын да үҙгәртмәне, бер нөктәгә ҡарап ултыра бирҙе. Өҙгөләнеүенең бушҡа икәнен аңлаған Әҡлимә лә яурындарҙан ҡулдарын алды. Ләкин Артур яуапһыҙ ҡалманы: – Ярай, дөрөҫ уйлайһың, һинеңсә яҡшыраҡ булыр. Икәү генә ҡалһаҡ, беҙгә башҡаса булыу мөмкин түгел... Тик балалар өсөн бик ҙур рәхмәт. Етемдәр, тыумалар тип ҡыйырһытманың, яҡшы ҡараның... Тик һин түгел, ә мин китәм һинән, бар донъя һиңә ҡала. Әҡлимәһенең күҙҙәренән сартлап атылған осҡондар Артурҙы телһеҙ ҡалдырып, әйтер һүҙҙәрҙе бөтөртмәнеләр. – Ниңә улай тиһең, етемдәрме, тыумалармы ни улар?! Нисек телең әйләнә һинең?! – тип сикәләне ирен Әҡлимә һәм бәләкәй йоҙроҡтары менән түшенә һуҡҡыланы. Яңылыш хәбәр әйтеүсе һис тә ҡаршылыҡ күрһәтмәне, ирҙәрсә түҙҙе. Ахыр сиктә Әҡлимә ирен этеп ебәрҙе лә йөҙтүбән диванға ауып, яҫтыҡты еүешләтеп, күҙ йәштәренә ирек бирҙе. https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-06-23/urta-ir-4728617