“Иртән уңмаған кис уңмаҫ, кис уңмаған һис уңмаҫ” тигән халыҡ. Күптәнге танышым Сәғиҙәне...
“Иртән уңмаған кис уңмаҫ, кис уңмаған һис уңмаҫ” тигән халыҡ. Күптәнге танышым Сәғиҙәнең яҙмышы әллә шул әйтемгә тап килә инде. Тәүге мөхәббәте менән бәхетле була алмағас, тағы, тағы һынап ҡарай ул яҙмышын. Әммә, бер бәхетең булмағас, булмай икән, тигән һығымтаға килә. Бәхетенә аяҡ салған ата-әсәһенә, ағаларына ғына үпкәһе бөтмәй уның. ...Дүрт малайҙан һуң, ниһайәт, көттөрөп кенә донъяға килә Сәғиҙә. Ҡыҙ һөйөүҙәренә өмөт өҙгән атай менән әсәй тәүҙә ышанмай ҙа. Тимәк, 40-ты уҙып тәүәккәлләгән аҙым бушҡа булмаған. Ҡәҙерләп кенә үҫтерәләр Сәғиҙәне. Ағалары ла “өф” итеп кенә тора. Бигерәк тә өлкән ағаһы Айҙар өрмәгән ергә ултыртмай һеңлеһен. Студент сағында ла, аҙаҡ, ауылға ҡайтып эшләй башлағас та, бүләк-күстәнәстән өҙмәй ҡыҙҙы. Уйната, шаярта, һәр теләген үтәй, көйһөҙләнергә һис ирек бирмәй. Сәғиҙә үҙе лә тәбиғәте менән шаян, шуҡ ҡыҙыҡай. Эсенә шул тиклем ҡыҙыҡ ҡайҙан һыйғандыр, ул булған ерҙә һәр саҡ шау-шыу, уйын-көлкө хөкөм һөрә. Шуның менән ҡыҙҙарҙы ла, малайҙарҙы ла магнит кеүек үҙенә тартып тора. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2025-07-05/b-hetem-b-het-e-legem-4303469