«Барыһы ла Еңеү өсөн!»: Радий Хәбиров республика журналистарына рәхмәт белдерде. — 16 июня 2026 г. в 07:31:38.129
«Барыһы ла Еңеү өсөн!»: Радий Хәбиров республика журналистарына рәхмәт белдерде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров медиафорумдың пленар ултырышында республиканың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә юғары һөнәри оҫталыҡтары өсөн ҙур рәхмәт әйтте. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, хәҙерге ҡатмарлы осорҙа матбуғат хеҙмәткәрҙәренең эше бигерәк тә мөһим. ✍️ «Башҡарған эшегеҙ алдында баш эйәм. Беҙ ысынлап та бик ауыр осорҙа йәшәйбеҙ. Был ваҡыт тураһында һуңынан легендалар һөйләйәсәктәр... Кемдер бирешә, кемдер үҙ идеалдарына хыянат итә, ә кемдер тыныс ҡына үҙ эшен эшләй. 2,5 мең журналистан, мөхәррирҙән, нәшерселәрҙән торған был армия үҙ эшен тауыш-тынһыҙ, тыныс ҡына башҡара. Һеҙ беҙгә, башҡарма властарға, үҙ эшебеҙ менән шөғөлләнергә һәм иң тәү сиратта махсус хәрби операцияға ярҙам итергә мөмкинлек биргән ныҡлы ҡалҡан булдыраһығыҙ», – тине Радий Хәбиров.

