👍Баҡсағыҙҙан тиҙ генә ҡыяр йыйып индерегеҙ ҙә, тәмлекәс әҙерләгеҙ! — 23 июля 2026 г. в 03:07:06.920
👍Баҡсағыҙҙан тиҙ генә ҡыяр йыйып индерегеҙ ҙә, тәмлекәс әҙерләгеҙ! Ҡыярҙың иң күп, хәтәр һутлы сағы! Уңышты тиҙ генә эшкәртеп өлгөрөргә кәрәк, эйе бит, хужабикәләр? Бына бер ябай ғына рецепт. 💯5 кг ҡыяр, 1 стакан шәкәр ҡомо, 1 стакан 9 процентлы аш һеркәһе, 1 стакан үҫемлек майы, 2 аш ҡалағы тоҙ, 2 аш ҡалағы ваҡланған һарымһаҡ, бер ус укроп һәм бер аҙ ҡара борос алығыҙ. Ҡыярҙы йыуып, эреләрен 4 өлөшкә, бәләкәйҙәрен урталай бүлеп турағыҙ, тоҙ, шәкәр ҡомо, борос һалып еңелсә болғағыҙ. Өҫтөнә башта - май, һуңынан һеркә (уксус) өҫтәгеҙ. Иң аҙаҡ һарымһаҡ менән укропты һалып ебәрегеҙ. Яҡшылап болғатығыҙ һәм 3-4 сәғәткә ҡуйып тороғоҙ. Хуш еҫле, кетерләп кенә торған ҡыяр ҡабымлығы килеп сыға. Рәхәтләнеп ашағыҙ! Артығын таҙа банкаға тултырып, ҡапҡас ябып, һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. Әҙерәк күләмдә эшләргә кәрәк икән, барыһын да бер үк миҡдарҙа кәметеп алығыҙ. Ризыҡтарығыҙ тәмле үә файҙалы булһын!

