🔥 Башҡортостан йәштәрен «Za единство – Za берҙәмлек» фестиваленә саҡыралар — 23 июля 2026 г. в 03:09:42.442
🔥 Башҡортостан йәштәрен «Za единство – Za берҙәмлек» фестиваленә саҡыралар Фестиваль 4–6 августа Йылайыр районындағы «Дуҫлыҡ» лагерында үтә. Программала: — 14–35 йәштәгеләр өсөн «Йәшлек» форумы; — Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында уҡыған Башҡортостан студенттары өсөн «Бергә» форумы; — эшләүсе йәштәр, предприятие хеҙмәткәрҙәре, студенттар һәм «Беренселәр хәрәкәте» лидерҙары өсөн туристик слёттар. Ҡатнашыусыларҙы мәҙәниәт, спорт, медиа һәм сәйәсәт өлкәһендәге эксперттар, шулай уҡ Махсус хәрби операция геройҙары менән осрашыуҙар көтә. 💰 Фестивалдә социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 1 миллион һумға тиклем грант отоу мөмкинлеге бар. «Росмолодёжь.Гранты» майҙансығына теркәлеү 1 августҡа тиклем дауам итә: clck.ru/3UYb28 Сараға теркәлеү clck.ru/3UYRH3 һылтанмаһы буйынса 28 июлгә тиклем дауам итә. 🏕️Фестивалде асыҡ һауала үткәреү ҡаралған, ҡатнашыусыларға үҙҙәре менән палаткалар алырға кәрәк.

