Офоҡ артында бәхет бар, тиҙәр — 30 июля 2026 г. в 07:53:05.382
Офоҡ артында бәхет бар, тиҙәр – Был миңә оҡшамай, — тине Сафия, хыялындағы итәктәре елберләп торған, ап-аҡ селтәр менән биҙәлгән туй күлдәген кейеп, көҙгө алдында үҙенә бер аҙ ҡарап алғас. – Оҙон бигерәк. – Шулай булыуы яҡшыраҡ та, — тине һатыусы һәм, артығын әйтеп ташлауын һиҙеп, үҙен төҙәтергә маташты. — Туй күлдәктәре оҙон булырға тейеш бит. Бөтәһе лә шулай кейә, – тип өҫтәне, ә үҙе Сафияның һынына тағы бер тапҡыр ҡараш ташланы. Сафияға был ҡараш таныш. Бөтә кешеләр уға шулай ҡарай. Йәлләп, ҡыҙғанып, ерәнеп, сикәнеп, көлөмһөрәп, аптырап... Сәйер, егерме биш йыл йәшәп тә, был ҡарашҡа өйрәнә алмаған. Әсәһенең әйтеүенсә, Сафия ете ай тулыр-тулмаҫтан, күм-күк булып ДЦП диагнозы менән тыуа. Етмәһә, табип хатаһы ла өҫтәлә. Нимәгәлер асыуланып, туҙынып йөрөгән табипҡа эләгә әсәһе. Дорфа табип баланың аяҡтарын яңылыш нығыраҡ тарта. Етлекмәй тыуған баланы бер генә һаҡһыҙ ҡыланыш ғүмерлеккә ғәрип ҡалдыра. Хәҙер Сафияның аяҡтары тубыҡтарынан аҫтараҡ икеһе ике яҡҡа ҡарап боролған. Йөрөүен йөрөй, әммә “Л” хәрефенә оҡшап ҡалған аяҡтарҙа матур баҫып булмай. Уның атлауы әллә ҡайҙан күренә, иҫеректәр ҙә уның сама ҡыйыш баҫып йөрөмәйҙер. Ул тыуғас, әсәһенә табиптар: “Ҡыҙығыҙҙың һаулығы насар, уҙа барһа, бер аҙна йәшәр”, – тип әйтә. https://kungak.ru/news/literature/2026-07-30/ofo-artynda-b-het-bar-ti-r-4766675

