Шайморатовсылар «Толпарҙа» ҡунаҡта! Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһын...
Шайморатовсылар «Толпарҙа» ҡунаҡта! Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһының 5-се «Шайморатов» класы уҡыусылары өсөн был көн онотолмаҫлыҡ булды. Балалар үҙҙәренең класс етәксеһе Фәүриә Хәбир ҡыҙы менән «Толпар» ат спорты комплексына барып, аттар менән яҡындан танышты.Экскурсия барышында уҡыусылар аттарҙы тәрбиәләү, уларҙы туҡландырыу серҙәрен белде, ат спорты төрҙәре тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алды. Данлыҡлы генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тоҡомдары өсөн ат менән танышыу — ифрат та мөһим һәм тулҡынландырғыс ваҡиға. Балалар яңы белем һәм сағыу тәьҫораттар менән ҡайтты.