КӨРШӘКТӘ ЖЮЛЬЕН БЕШЕРГӘНЕГЕҘ БУЛДЫМЫ? ТӘМЛЕЕ...
КӨРШӘКТӘ ЖЮЛЬЕН БЕШЕРГӘНЕГЕҘ БУЛДЫМЫ? ТӘМЛЕЕ... Уның өсөн тауыҡ итен ваҡ киҫәктәргә турап, бер аҙ ҡыҙҙырығыҙ. Бешерелгән һуған һәм бәшмәк өҫтәгеҙ, тағы 5-7 минут әҙерләгеҙ. Он һибегеҙ, болғатығыҙ, ҡаймаҡ һалығыҙ, тоҙлағыҙ. Бер аҙ ҡуйырғансы йылытығыҙ. Көршәккә һалып, өҫтөнә ҡырылған сыр һибегеҙ. Өҫтән ҡыҙғылт сыр ҡабығы барлыҡҡа килгәнсе180 °C температурала 20-25 минут бешерегеҙ. АШЫҒЫҘ ТӘМЛҼ БУЛҺЫН!
407 просмотров