Башҡортостанда киләһе эш аҙнаһы шишәмбенән башлана:
Башҡортостанда киләһе эш аҙнаһы шишәмбенән башлана: 12 октябрь Республика көнөнә бәйле ял көнө була. Был хаҡта төбәктең дәүләт хеҙмәт инспекцияһында һөйләнеләр. Республика көнө, 11 октябрь, быйыл йәкшәмбегә тура килде, шуға күрә ял көнө дүшәмбегә күсерелде. Биш көнлөк эш аҙнаһы менән хеҙмәткәрҙәр өс көн рәттән – 10, 11 һәм 12 октябрҙә ял итә. Алты көнлөк график буйынса эшләүселәр 11 һәм 12 октябрҙә ял итәсәк, ә шәмбе 10 октябрҙә ҡыҫҡартыласаҡ, сөнки байрам алдынан була.