Беҙҙең гимназистар — сәхнә йондоҙҙары!
Беҙҙең гимназистар — сәхнә йондоҙҙары! Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһының «Текә башҡорттар» командаһы Стәрлетамаҡта үткән КВН-дың рәсми юниор-лигаһы фестивалендә янып сығыш яһаны! 🔥 Беҙҙең егет-ҡыҙҙар сәхнәлә үҙҙәренең юмор тойғоһон, артистлыҡ һәләтен һәм командала эшләү оҫталығын күрһәтте. 🎤 КВН - уйын ғына түгел, тормош мәктәбе лә. Һәр шаяртыу артында - оҙайлы репетиция, дуҫтар менән командала эшләү, берҙәмлек һәм сәхнәлә үҙеңде тоторға өйрәнеү. Команда был һынауҙы лайыҡлы үтте, тәжрибә тупланы һәм яңы дуҫтар тапты. 🤝 Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ! Әлегә был бары тик старт ҡына. Алда - яңы еңеү, яңы программа һәм тамашасылар алҡышы көтһөн! 👏 Командабыҙға илһам, ижади уңыш һәм күтәренке кәйеф теләйбеҙ! Алға, «Текә башҡорттар»! 💪🚀