☀ Бөгөн беҙҙең "Йәйләү" лагеры күңелле йыр - моңдарҙан гөрләп торҙо. Ни өсөн тиһегеҙме... — 15 июня 2026 г. в 15:49:28.235
☀ Бөгөн беҙҙең "Йәйләү" лагеры күңелле йыр - моңдарҙан гөрләп торҙо. Ни өсөн тиһегеҙме, дуҫтар? Сөнки беҙ ырыуҙар араһында "Һомай һылыуы" бәйгеһен үткәреп, "Йәйләү" һылыуҡайын билдәләнек. Байрамға Белорет телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре, ата- әсәләр килде. Береһенән- бере уңған, зирәк, мөләйем һигеҙ һылыуҡайыбыҙ сәхнә түрен йәмләп һынау тотто. Мәртәбәле жюри ағзаларына иң - иңдәрен һайлауы еңел булмағандыр. Ҡыҙҙарыбыҙ ҡайһылай ҙа оҫта итеп үҙҙәре менән таныштырҙы: уй- хистәрен бейеү, шиғри юлдар, әкиәт аша ла еткерҙеләр. 💃 " Ижади оҫталыҡ" бәйгеһендә Әхтәмова Әминә менән Ғибадуллина Дарина тамашасыларға йыр бүләк итһәләр, Сәйәхова Сабина синтезаторҙа уйнап шатландырҙы. Сәхийәрова Камилла, Ғәзизова Аселдең үҙенсәлекле бейеүҙәренә һоҡландыҡ.Исмәғилева Розалина дәртле баҫып сәхнәне бер итһә, Байрамова Йәсминә менән Һиҙиәтова Розалина бергәләшеп башҡорт бейеүен башҡарҙылар. " Йәйләү"ҙә бейей белмәгән бер башҡорт та юҡ!" тигәнгә йәнә инандыҡ. ❓"Серле һандыҡ" ты асып, милли кейем элементтарын, уларҙың тәғәйенләнешен дөрөҫ билдәләүҙә лә һынатманы кескәй һылыуҡайҙарыбыҙ. Төймә тегеү, аш- һыу буйынса ла шәп булдылар. " Вәт, афариндар, беҙҙең ҡыҙҙар! " тип алҡыштарын һис тә йәлләмәй тамашасылар һоҡланып ҡарап ултырҙы. Ә кем еңде, тиһегеҙме, 💫 Сәхийәрова Камилла еңеүсе булды.Ҡотлайбыҙ уны, гелән шулай рухлы, ныҡышмалы булһын!🌷 Урындар түбәндәгесә билдәләнде: I урын - Исмәғилева Розалина II урын - Сәйәхова Сабина III урын - Һиҙиәтова Розалина. " Тамашасылар һөйөүе" номинацияһын- Әхтәмова Әминә, "Иң рухлы һылыуҡай" - Ғәзизова Асель, "Иң наҙлы һылыуҡай" - Байрамова Йәсминә, "Ижади оҫталыҡ номинацияһын" - Ғибадуллина Дарина яуланы. "Һомай һылыуы" бәйгеһендә ҡатнашыусы ҡыҙҙарыбыҙҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ.💐Ата- әсәләргә, әйҙәүселәргә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! #Һомайһылыуы2026 #Йәйләү2026

