💫11 июнь көнө шатлыҡлы ваҡиғаларға бай булды. Директорыбыҙ Зилә Рәхим ҡыҙы етәкселеге... — 12 июня 2026 г. в 06:49:26.610
💫11 июнь көнө шатлыҡлы ваҡиғаларға бай булды. Директорыбыҙ Зилә Рәхим ҡыҙы етәкселегендә беҙ ҙә 2- се һанлы Инйәр урта мәктәбендә "Урал батыр мәктәбе" проекты сиктәрендә үткәрелгән матур сарала ҡатнаштыҡ. Байрамға Өфөнән мәртәбәле ҡунаҡтар: “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге рәйесе, педагогия фәндәре кандидаты Ғүмәрова Фәриҙә Фәтхулла ҡыҙы, "Аҡ тирмә" милли-мәҙәни үҙәктең төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары Рәйсә Абдрахман ҡыҙы Күзбәкова, Мәрүә Мирсәйет ҡыҙы Ғилметдинова саҡырылғайны. "Урал батыр мәктәбе" - республикабыҙҙа уңышлы эшләп килгән проекттарҙың береһе. Уның авторы - билдәле яҙыусы, уҡытыусы, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаева. Инйәр урта мәктәбе коллективы был проектҡа ҡушылып, инде күп йылдар һөҙөмтәле эшләп килә. "Йәйләү" көндөҙгө ял итеү лагерының эше лә проект концепцияларына нигеҙләнгән. Килгән ҡунаҡтар лагерҙы тантаналы асыу байрамын ҡараны. Һәр ырыу йыр - бейеүгә маһирлыҡтарын күрһәтте. Халҡыбыҙҙың мәшһүр " Урал батыр" эпосынан сәхнәләштереүҙәр, ҡурай моңдары, ағинәйҙәр ойошторған оҫталыҡ дәрестәре байрамды йәмләне. ✨Мәктәп директоры Рәфил Нуриәхмәт улы Иҙрисов, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Йосопова Асия Рим ҡыҙы мәктәп тормошо, тәрбиә эше хаҡында сығыш яһаны. ✨Сараның икенсе өлөшөндә "Урал батыр мәктәбе" проекты буйынса йөкмәткеле әңгәмә, фекер алышыуҙар ойошторолдо. Беҙ ҙә киләсәккә эш йүнәлешен билдәләп, мәртәбәле саранан рух, дәрт алып ҡайттыҡ. Ойоштороусыларға, Инйәр урта мәктәбе коллективына рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Урал батырҙың изге өндәмәләрен, васыяттарын йәш быуынга бергәләп еткерәйек! #Уралбатырмәктәбе #Йәйләү2026

