✨8 июндә республикабыҙҙа — 8 июня 2026 г. в 15:01:52.343
✨8 июндә республикабыҙҙа "Урал батыр" эпосы көнө билдәләнә. Был байрам 2025 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров башланғысы менән булдырылды. «Урал батыр» эпосы - башҡорт әҙәбиәтенең иң боронғо ҡомартҡыһы, ул 4576 шиғри һәм 19 прозаик юлдан тора. Эпос күп меңәр йылдар дауамында формалашҡан. Текст быуындан-быуынға күсә килгән. Мөхәмәтша Буранғолов эпосты 1910 йылда Ырымбур губернаһы Этҡол волосы (Башҡортостандың хәҙерге Баймаҡ районы) Иҙрис ауылында Ғәбит Арғынбаев һәм Бәләкәй Этҡол ауылында Хәмит Әлмөхәмәтов исемле ике сәсән-ҡурайсынан яҙып алған. ✨ Гимназияның «Йәйләү» ял итеү үҙәгендә "Урал батыр эпосы" декадаһы сиктәрендә төрлө саралар үтте: эпостың йөкмәткеһен балалар әҙәби китаптар, фильм, йәнһүрәт версияһын ҡарап үҙләштерҙеләр. Әҫәрҙең эстәлеге буйынса фекер алышып, ҡаһармандарҙың батырлығын, Уралдың халыҡ өсөн башҡарып ҡалдырған батырлыҡтарын билдәләнеләр. Яҡшылыҡ менән яуызлыҡ араһындағы көрәште, шулай уҡ эпостың фәлсәфәүи асылын балалар һүрәттәр аша сағылдырҙы. Тематик стенд эшләнде. Эпос йөкмәткеһе буйынса викторинала ҡатнашып, ырыуҙар белемдәрен барланы. Урал батырға арналған спорт ярыштары ла "Йәйләү"ҙа бик йөкмәткеле үтте. Халҡыбыҙҙың мәшһүр «Урал батыр» эпосын бергәләп уҡыйыҡ, тарихыбыҙҙы һәм үҙенсәлекле мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлайыҡ! #Уралбатырэпосыкөнө2026 #ДеньэпосаУралбатыр2026 #Башҡортгимназияһы #Йәйләү2026

