💫 Беҙҙең Белорет районында «Урал-батыр» эпосы көнөнә арналған матур байрам үтте. Күрк... — 8 июня 2026 г. в 14:55:52.572
💫 Беҙҙең Белорет районында «Урал-батыр» эпосы көнөнә арналған матур байрам үтте. Күркәм сара Үрге Әүжән ауылы менән Исмаҡай ауылы араһында уҙғарылды. Был урын осраҡлы һайланылмаған: бер фараз буйынса, ошонда Урал-батырҙың маҡамы урынлашҡан. Байрамда гимназиябыҙ уҡыусылары ла әүҙем ҡатнашты: Мусина Азалия, Сөләймәнова Азалия һәм Шәһиязданов Динир оҫта итеп эпостан өҙөктәр һөйләне. Мусина Азалия менән Шәһиязданов Динир - «Урал-батыр» эпосын башҡарыусыларҙың XXVIII төбәк-ара конкурсы еңеүселәре. Абдуллин Сәлих менән Тайыпов Арыҫлан сәхнәләштерелгән тамашала уйнаны. Байрамда билдәле ҡурайсылар, артистар, музыкаль төркөмдәрҙең сығышынан, шулай уҡ концерттың хедлайнеры “Әй Йола” төркөмө ҡатнашлығындағы концерттан яңы көс, дәрт алып, рухланып ҡайттыҡ. Районыбыҙҙа үткән сара боронғо «Урал батыр» эпосының быуындарҙы берләштергән көс һәм илһам икәнен күрһәтте. Бөгөн Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнә. Байрам менән, дуҫтар! #Уралбатырэпосыкөнө2026 #ДеньэпосаУралбатыр2026

