☀️Бөгөн балалар Билаловтар ғәиләһенең Этно-музейына экскурсияға барҙылар. — 3 июня 2026 г. в 14:07:31.189
☀️Бөгөн балалар Билаловтар ғәиләһенең Этно-музейына экскурсияға барҙылар. Музей эсенә барып ингәс тә, ҡап уртала урынлашҡан, боронғоса йыйыштырылған башҡорт ѳйѳ хайран итә. Нимә генә юҡ бында, үҙеңде башҡорт тормошо, йәшәү рәүеше, көнкүреше, милли рухы, моңо менән тулы сихри донъяға эләккәндәй хис итәһең. Билаловтарҙың тарихи шәжәрәһе үҙе бер хазина. Халҡыбыҙҙың борон кѳнкүрештә ҡулланған әйберҙәре - барыһы ла бар. Бай йѳкмәткеле музей экспонаттарын йыйыуға, тупланған материалдарҙан экспозициялар тѳҙѳүгә, иң мѳһиме, музейҙы рәсмиләштереүгә Резеда Рифғәт ҡыҙы Сәйҙәрова бик күп кѳс һалған. Балалар ихлас тыңланылар, барыһын да тотоп ҡарағылары килде. Экскурсия бик фәһемле булды, балаларға бик оҡшаны. #Йәйләү2026 #Башҡортгимназияһы

