☀ Гимназияла «Йәйләү» көндөҙгө ял итеү лагерының асылыу тантанаһы үтте. Билдәле яҙыусы... — 3 июня 2026 г. в 14:08:09.738
☀ Гимназияла «Йәйләү» көндөҙгө ял итеү лагерының асылыу тантанаһы үтте. Билдәле яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның «Йәйләү» программаһына нигеҙләнеп эшләгән үҙәктә 55 бала 21 көн дауамында, төрлө яҡлап һәләттәрен асып, туған телдә телмәр байлығын үҫтереп, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеп файҙалы ял итәсәк. ✨ Тантаналы сара Дәүләт гимндарын башҡарыу һәм лагерь флагын индереү менән асылды. Ырыуҙарҙы барлағандан һуң, гимназия директоры Зилә Рәхим ҡыҙы ҡотлау һүҙе менән сығыш яһап, балаларға ҡыҙыҡлы, хәтирәләргә бай ял теләне. ✨ Байрамыбыҙ ырыуҙарҙың күстәнәстәре: дәртле бейеүҙәре һәм күңелле йырҙары менән биҙәлде. Һәр сығыш залдың йылы алҡыштарына күмелде. #Йәйләү2026 #Башҡортгимназияһы

