💫💫💫 Матур йола буйынса, гимназиябыҙҙа тантаналы шарттарҙа 11-се класс уҡыусыларының ... — 28 июня 2026 г. в 09:46:51.387
💫💫💫 Матур йола буйынса, гимназиябыҙҙа тантаналы шарттарҙа 11-се класс уҡыусыларының сығарылыш кисәһе уҙҙы. Уларҙы тәбрикләргә ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре, туғандары, дуҫтары килгән ине. Гимназия директоры Миңгәрәйева Зилә Рәхим ҡыҙы сығарылыш уҡыусыларын урта мәктәпте уңышлы тамамлауҙары менән ҡотлап, үҙ аллы тормошта уңыштар теләне. Быйылғы уҡыу йылында 14 уҡыусы ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаттары, Хәлитов Сыңғыҙ менән Заһретдинова Элина айырым өлгөлө аттестат һәм «Уҡыуҙа айырым уңыштары өсөн» миҙалын алды. ✨ Ун беренселәрҙең класс етәксеһе Таһирова Альмира Фуат ҡыҙының сығышы тулҡынландырғыс булды: уҡыусыларына матур теләктәрен йыр аша еткерҙе, уҡыу һәм тәрбиә эшендә ата- әсәләрҙең ярҙамын билдәләп, бөтәһенә лә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Ата-әсәләр ҡәҙерле балаларына изге теләктәрен шиғыр юлдарына һалып та, бейеү флешмобы аша ла еткерҙе. 📚 Шаулап-гөрләп торған мәктәп тормошо, Берҙәм дәүләт имтихандары - һәммәһе лә артта ҡалды. Алда яңы тормош һуҡмағы, уҡыусыларыбыҙ һайлап алған уҡыу йорттары, яңы һулыш, тағы ла яңы бейек белем тауҙары тора. Оло тормошҡа хәйерле юл һеҙгә, ун беренселәр! #Сығарылышкисәһе2026

