💫💐 Сығарылыш кисәһе һәр уҡыусы күңелендә моңһоу ҙа, шатлыҡлы ла тойғолар уята. — 28 июня 2026 г. в 09:46:10.125
💫💐 Сығарылыш кисәһе һәр уҡыусы күңелендә моңһоу ҙа, шатлыҡлы ла тойғолар уята. 26 июнь көнө беҙҙең гимназияла 9- сы шайморатов класының 31 уҡыусыһына төп дөйөм белем биреү аттестаттарын тапшырыу тантанаһы үтте. Укыусыларҙы ҡотларға хөрмәтле уҡытыусылары, ҡәҙерле ата- әсәләре, туғандары килде. 🌟Шайморатов класының егет- ҡыҙҙары гимназияла әүҙем, тырыш булыуҙары менән айырылып торҙолар.Төп дәүләт имтихандарын да уңышлы тапшырҙылар, улар араһында дүрт уҡыусының- Моратова Регина, Сәлихов Азамат, Фәсхетдинова Диана һәм Йәғәфәрова Камилланың аттестатында тик "бишле" билдәләре булыуы бигерәк ҡыуаныслы. ✨ 💫 Гимназия директоры Зилә Рәхим ҡыҙы Миңгәрәйева уҡыусыларға уңыштар, матур хыялдарының тормошҡа ашыуын, һәр саҡ шулай тырыш, ҡыйыу, рухлы булып ҡалыуҙарын теләне. Мәктәп йылдары буйына балаларҙы хуплап торған, терәк- таяныс булған, ярҙам иткән ата-әсәләргә лә рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. ✨ Класс етәксеһе Сәмситдинов Денис Рәмил улы, уҡытыусылар, ата- әсәләр ҡотлап, шайморатовсыларҙың тормошта дөрөҫ юл һайлауҙарын, теләгән уҡыу йортона уҡырға инеүҙәрен теләнеләр, улар менән ғорурланыуҙарын билдәләнеләр. Йөрәк түренән әйтелгән теләктәр, рәхмәт һүҙҙәре йыр - моңдарға үрелеп барҙы.Күңелдәрҙе иләҫләтеп уҡыусыларыбыҙ хушлашыу вальсында әйләнде. 💐 Ҡәҙерле туғыҙынсы класс уҡыусылары! Һеҙҙе төп дөйөм белем тураһында аттестат алыуығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ! Һайлаған юлығыҙҙың уң булыуын, маҡсаттарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Ҡайҙа ғына булһағыҙ һәм йөрөһәгеҙ ҙә, белем, тәрбиә һалған гимназиябыҙ усағын онотмағыҙ! 10- сы класҡа ла һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ! Аҡ юл һеҙгә, туғыҙынсылар! #Сығарылышкисәһе2026

