❤️ЙӘЙГӘ БӘЙЛЕ ҺЫНАМЫШТАР — 11 июля 2026 г. в 05:03:48
❤️ЙӘЙГӘ БӘЙЛЕ ҺЫНАМЫШТАР * Әгәр иртәнсәк үлән ғәҙәттәгенән нығыраҡ аңҡый икән – ямғырға. * Кис сиңерткәләр сырылдауы асыҡ ҡына булып ишетелһә, иртәгәһенә аяҙ була. * Кистән ысыҡ мул төшһә, иртәгәһенә аяҙ булыр. * Йәй ямғырлы булһа, ҡыш оҙон булыр. * Иртә таңда ысыҡ мул төшһә – көн эҫе булыр. * Ысыҡ тиҙ кипһә, балыҡтар һыу өҫтөндә уйнаһа – ямғырға. * Күктәге йондоҙҙар күп атылһа, ел булыр. * Йәйғорҙоң ике яҡ башы ла һыуға төшһә – ямғыр яуыр, тауҙа булһа – аяҙ булыр. * Иртән үлән ҡоро булһа – төнөн ямғыр яуыр. * Үрмәксе ау үрергә тотонһа, көндәр аяҙға булыр. * Иртән ҡояшты томан ҡаплаһа, көн аяҙ була. * Йәй томанлы булһа, емеш уңыр. * Ҡурай еләге менән ҡайын еләге күп булһа, киләһе йылда арыш уңыр. * Сәскәләр хуш еҫ бөркһә, эҫе булыр.