✅ШАҒИР ҺҮҘЕ — 8 июля 2026 г. в 05:51:42
✅ШАҒИР ҺҮҘЕ Гөлнур Ҡыуатова Иң еңеле - ғәйеплене эҙләү, Үҙ хатаңды аңлау сауаплы. Һәр кем бирә кеше өсөн түгел, Бары үҙе өсөн яуапты. Абынғанды түпәләүе еңел, Ярҙам ҡулын һуҙа һирәктәр. Дуҫтар ҙа бит ҡай саҡ юҡҡа сыға, Ауыр саҡта, ярҙам кәрәкһә. Кеше гонаһтарын һөйләү еңел, Тел сарларға оҫта барыһы. Ауыр хәлгә ҡалһаң беленә ул Дуҫлыҡ менән иман баһаһы.
353 просмотров