Тырнаҡлылар йыйын үткәрҙе — 6 июля 2026 г. в 09:55:32
Тырнаҡлылар йыйын үткәрҙе Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә районда Тырнаҡлы ырыуына ҡараған туғыҙ ауыл вәкилдәре ҙур байрам сараһы уҙғарған. Ул Сыбаркүл ауылының 100 йыллығына бағышланған. “Мөһим сараға арнап, Сыбаркүл халҡы ауыл башланған урында үткәндәргә оло хөрмәт менән эшләнгән, тырыш тырнаҡлыларҙың хеҙмәт даны булып торған һәйкәл асты. Һәйкәл ғүмер буйы иген сәсеп, икмәк үҫтереп, халҡын ҡайғыртҡан Сыбаркүл халҡының ата - бабаларына рәхмәт һүҙе булып тора: бында элекке һуҡа һәм тирмән ташы урынлаштырылған”, - тип яҙа тырнаҡлылар.
435 просмотров