🌐Суриндар нәҫеле Хәйбуллала йыйылған — 8 июля 2026 г. в 06:08:00
🌐Суриндар нәҫеле Хәйбуллала йыйылған Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итеүенсә, Бәләкәй Арыҫланғол ауылының Саңғарама буйы Суриндар нәҫелен ҡабул иткән: "Тамырҙары менән быуаттар төпкөлөнә барып тоташҡан был ырыу вәкилдәре үҙенең күплеге, шәхестәре менән дан тота. Ырыу эсендә лә бәләкәйерәк араларға бүленеп бөткән ырыу ара-ара булып сәхнәгә күтәрелделәр һәм үҙҙәре, шәжәрәләре тураһында бәйән иттеләр. Сара милли уйындар һәм сағыу концерт номерҙары менән аралашып барҙы, һуңынан һәр ара үҙе әҙерләгән һыйҙан һығылып торған өҫтәлдәр артында аяттар тыңлап, салынған ҡорбан итенән ауыҙ иттеләр, туғанлыҡ ептәрен барланылар", - тиелә яҙмала.