✅Башҡорт халҡында балаҫ һуғыу кәсебе
✅Башҡорт халҡында балаҫ һуғыу кәсебе Борондан малсылыҡ менән көн иткән башҡорт хаҡында һарыҡ йөнөнән әйберҙәр эшләү кәсебе үҫешкән булған. Беҙҙең ата-бабалар кәзә йөнөнән йомшаҡ, мамыҡ кеүек дебет шәлдәр бәйләгән. Ә һарыҡ йөнөнән кейеҙ баҫҡан. Кейеҙҙе түшәк рәүешендә генә түгел, ә тирмәне ҡаплау өсөн дә ҡулланғандар. Кейеҙҙән ҡапланған тирмә ямғыр үткәрмәгән, эстә йылы тотҡан. Бынан тыш, һарыҡ йөнөнән, кәзә ҡылынан матур балаҫтар һуҡҡандар. Бының өсөн тәүҙә һарыҡ йөнөн йыуып, махсус ағас тараҡ менән иләгәндәр. Шунан ҡолғаға (1, 5 мтер оҙонлоҡтағы таяҡ) ҡуйып, иләнгән йөндән орсоҡ ярҙамында еп эшләгәндәр. Иләнгән ептәргә төрлө төҫ биреү өсөн буяу әҙерләгәндәр. Мәҫәлән, ҡыҙыл буяу өсөн ҡыҙыл тамыр үләнен (русса үлән Марена красильная тип атала), һары буяу өсөн — һыйыр теле үләнен (русса — серпуса красильная), ә йәшел төҫтәге буяу эшәү өсөн көкөрт үләнен (русса плаун) ҡулланғандар... Азат Ярмуллин. Тулыраҡ: https://kurultai.ru/ru/content/2628-bashort-halynda-bala-uyu-ksebe/?tag%5B19%5D=newspaper