✅Кисә, 7 октябрҙә, баш ҡаланың М. Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейында "Ҡурай" к...
✅Кисә, 7 октябрҙә, баш ҡаланың М. Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейында "Ҡурай" кабинеты асылды. Тантаналы сарала республиканың власть органдары, БР Мәғариф министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте вәкилдәре, сәнғәт, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Сара 10 октябрҙә билдәләнәсәк Ҡурай көнөнә арналды. Яңы кабинетта уйын ҡоралының тарихы һәм бөгөнгөһө; билдәле ҡурайсылар, ҡурайға бәйле тарихи ваҡиғалар тураһында һәм башҡа ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бар. Шулай уҡ бында ҡурайҙа башҡарылған башҡорт халыҡ көйҙәренең атамаһы, тематик йүнәлеше билдәләнгән махсус стенд урынлаштырылған. Ундағы QR-кодтар буйынса йыр-көйҙәрҙе тыңлап була. Ҡурай кабинеты асылғандан һуң лицейҙа «Йәмәғәт башланғыстары – Өфө ҡалаһы мәктәптәрендә башҡорт телен өйрәнеүҙе әүҙемләштереүгә этәргес» темаһына түңәрәк өҫтәл уҙғарылды, йәнле һөйләшеү барышында телде һаҡлау, үҫтереү, популярлаштырыу мәсьәләләре тикшерелде. #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир