📝Шағир һүҙе
📝Шағир һүҙе Гүзәл СИТДИҠОВА Йәйҙәр ҡайҙа китә һуң? Йәй артынан китер инем, Йәйҙәр ҡайҙа китә һуң? Зөмрәт йәшел ҡырға ниңә Үрттәр һалып китә һуң? Яна тауҙар, яна урман, Үрттәр ләүкей баҫыуҙа, Ҡурҡыуҙарым-өркөүҙәрем Шул ялҡынға баҫыуҙан... Тик ялҡыны һалҡын икән - Ипкендәре өшөттө, Өшөттө лә, сәстәремә Иртә ҡырау төшөрттө. Ирей торған ҡырау түгел - Аҡланманы көткәнем. ...Китер инем бергә, белһәм Йәйҙәр ҡайҙа киткәнен. #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #Курултай #шиғриәт