✅Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Ҡурай көнөнә арналған ...
✅Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Ҡурай көнөнә арналған ҙур байрам концерты үтә. Сәхнәлә - Башҡортостан Республикаһының дәүләт ҡурайсылар ансамбле. Тамашасыларҙы халыҡ йырҙары, заманса композициялар, дәртле бейеү көйҙәре һәм боронғо көйҙәргә ҡоролған ҡурай импровизациялары көтә. Концертта ансамблдең ҡурайсылары һәм йырсылары - Азамат Зиннәтуллин, Шамил Күсәмешев, Венер Йылҡыбаев, Зөфәр Атанғолов, Фәиз Шәрипов, Нурзия Сабитова, шулай уҡ бейеүсе-ҡурайсы Айҙар Исхаҡов сығыш яһай. Ансамблдең художество етәксеһе - Башҡортостандың халыҡ артисы, виртуоз ҡурайсы Азат Айытҡолов, музыкаль етәксеһе — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Морат Джанизаков Милли рух, ҡурайҙың илаһи моңо һәм сағыу концерт программаһы һеҙҙе көтә 📍 «Башҡортостан» дәүләт концерт залы 🎟Тулыраҡ мәғлүмәт уҡырға һәм билеттарҙы онлайн һылтанма буйынса һатып алырға мөмкин: https://bashgf.ru/afisha/event/uraj-k-n-n-bajram-koncerty/ 🎫Пушкин картаһы ғәмәлдә ☎Касса: (347) 250-77-42