Өфөлә 15-сегә "Таланттар йондоҙлоғо" уҙҙы. — 12 июня 2026 г. в 15:24:39.084
Өфөлә 15-сегә "Таланттар йондоҙлоғо" уҙҙы. Ул 2010 йылда “Әсә йөрәге” йәмәғәт ойошмаһы тәҡдиме менән ойошторола башлай. Хәҙер конкурс киң танылыу алды, конкурсанттар республикабыҙҙы федераль кимәлдә лә таныта. Бында һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән, етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары, күп балалы ғаиләләрҙән ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙҙәренең һәләтен күрһәтә ала. Ижади конкурста йыр, бейеү, музыка, ымлап йырлау, мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн кейем дизайны һәм тегеү кеүек номинациялар булһа, “Мәғариф” бүлегендә VIII-X класта уҡыусыларҙың олимпиадаларҙағы уңыштары тураһында портфолиолары ҡарала. “Таланттар йондоҙлоғо” конкурсының директоры – “Әсәләр советы” төбәк йәмәғәтселек бүлексәһе рәйесе, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы инвалидтар мәсьәләләре буйынса координация советы ағзаһы Гөлшат Ибраһимова. Конкурстың төп маҡсаты — йәштәрҙе тормошҡа әҙерләү, һөнәр һайларға ярҙам итеү. "Таланттар йондоҙлоғо"— конкурс ҡына түгел, ә яҙмыштарҙы үҙгәрткән ҙур тормош мәктәбе.

