Илдар Ғәбитов исеме мәңгеләштерелде
Илдар Ғәбитов исеме мәңгеләштерелде Әбйәлил районы Буранғол урта мәктәбендә ғалим-иҡтисадсы, доцент, публицист Илдар Ғәбитовҡа таҡтаташ асылды. Уның бер туған һеңлеһе Ҡарлуғас Миҙхәт ҡыҙы башланғысын район хакимиәте, мәктәп һәм ауылдаштары күтәреп ала. Әбйәлил районы Буранғол урта мәктәбендә ғалим-иҡтисадсы, доцент, публицист Илдар Ғәбитовҡа таҡтаташ асылды. Уның бер туған һеңлеһе Ҡарлуғас Миҙхәт ҡыҙы башланғысын район хакимиәте, мәктәп һәм ауылдаштары күтәреп ала. Тантанала район башлығы Айрат Әминев, хеҙмәт ветерандары, уҡытыусылар, класташтары һәм ауылдаштары ҡатнаша. Сығыш яһаған һәр кем Илдар Ғәбитов тураһында яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлаша. Тормош юлдашы Дилара Самат ҡыҙы уның атай булараҡ балаларына биргән тәрбиәһе хаҡында, үҙенең өлгөһөндә аҡыллы, тәрән белемле итеп үҫтереүен ғорурлыҡ менән һөйләй. Мәктәп диуарындағы таҡтаташты асыу хоҡуғы Илдар Ғәбитовтың улы Бәхтийәргә бирелә. Илдар Миҙхәт улы бик күп йылдар “Юлдаш” радиоһында “Асыҡ студия” тапшырыуының даими эксперты булды. Иҡтисадҡа ҡағылышлы мәсьәләләргә асыҡлыҡ индереп, тыңлаусыларға аңлайышлы итеп еткерә белгән белгес ине. 80-дән артыҡ ғилми хеҙмәт, күп публицистик әҫәрҙәр, төрлө башватҡыстар авторы.