Бөрөлә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө үтә. — 3 июля 2026 г. в 12:59:00.243
Бөрөлә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө үтә. 8 июль Изге Троицк кафедраль соборы һәм изге Петр менән Феврония һәйкәле эргәһендә меңләгән ғаилә йыйыла. Быйыл байрам Рәсәйҙең Халыҡтар берҙәмлеге, республикалағы Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арнала. Ҡунаҡтарҙы күргәҙмәләр зонаһы, һөнәрмәндәр йәрминкәһе, гастрономия фестивале, милли уйындар үткәрелгән майҙансыҡтар, “Һәр ваҡытҡа мода” карнавалы ойошторола. Теләге булғандарҙың барыһы ла яугирҙәребеҙгә терәк булыр һүҙҙәрҙе яҙа ала. Ошондағы уҡ майҙанда йәштәрҙең никахҡа инеү һәм 50 йыл бергә йәшәгән парҙарҙы бүләкләү тантанаһы үткә. Лайыҡлы ғаиләләргә дәүләт наградадары тапшырыла. Концерт программаһында Бөрөнөң ижади коллективтары, Рәсәй йондоҙҙары Наталья Сенчукова менән Виктор Рыбиндың сығыш яһауы көтөлә.