Тыл геройҙары беҙҙең арала! — 3 июля 2026 г. в 10:11:01.221
Тыл геройҙары беҙҙең арала! "Юлдаш" радиоһының "Журналист-ирекмәндәр" төркөмө Стәрлетамаҡтың “Йөрәк ҡушыуы буйынса” (“ZOV сердца”) халыҡ берләшмәһе эшмәкәрлеге менән танышты. Стәрлетамаҡтағы “ZOV сердца” штабы ул фонд та, ойошмала түгел. Унда ябай кешеләр: эшселәр, пенсионерҙар, студенттар, эшҡыуырҙар яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү өсөн берләшкән. Йөрәк ҡушыуы буйынса, “минән бәләкәй генә ярҙам булһын” тип башланған эш, халыҡты берләштереп, изгелек ҡылыу үҙәгенә әйләнә. 2023 йылдың февраленән алып фронтҡа 900-гә яҡын ылау оҙатылған, яугирҙәрҙең заявкалары буйынса меңәрләгән посылка ебәрелгән. Тиҫтәләрсә мең квадрат метр селтәр, меңәрләгән носилка, окоп шәмдәре, ҡоро душ, хаттар, һүрәттәр, ойоҡбаштар, туҡмас, бауырһаҡ һәм башҡа тәмлекәстәр... Һәм быларҙың барыһы ла битараф булмағандарҙың үҙ ирке менән башҡарыла. Осрашыуҙа МХО ветерандары ассоциацияһы директоры урынбаҫары, Өфө районы Советы депутаты, ирекмән Рәжәп Арыҫланов, “Башҡортостан” полкының хәрби-сәйәси эш буйынса тәьмин итеү ротаһы командиры урынбаҫары, “Эмир” позывнойлы яугир ирекмәндәргә оло рәхмәтен әйтте. “Зов сердца” халыҡ берләшмәһе әүҙемселәренә, уның ҡалалағы һәм райондағы подразделениеларына Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары, “Фронтҡа ярҙам иткән өсөн” миҙалдары тапшырылды.