Башҡортостандан – Үзбәкстанға! Туризмда яңы мөмкинлектәр асыла. — 10 июля 2026 г. в 04:30:03.724
Башҡортостандан – Үзбәкстанға! Туризмда яңы мөмкинлектәр асыла. Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында туристик бәйләнештәр нығына. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында ике республика араһында туризм өлкәһендәге хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә арналған матбуғат конференцияһы үтте. 60-тан ашыу килешеү. Беҙҙең туроператорҙар Үзбәкстан менән хеҙмәттәшлекте киңәйтә, тимәк, ҡыҙыҡлы турҙар күбәйә. ✈️ Көн һайын тура рейстар. Өфөнән Ташкент, Сәмәрҡәнд һәм Наманганға еңел генә осоп барырға мөмкин. Үзбәкстан нимәһе менән ҡыҙыҡ? Боронғо тарих: Сәмәрҡәнд, Бохара, Хиуаның матурлығын үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрегеҙ. Заманса ял: Тау саңғыһы курорттары, яңы отелдәр һәм юғары кимәлдәге сервис. Хаҡтар: 3-4 көнлөк турҙар 55 мең һумдан башлана. Үзбәк туристарын беҙҙә нимә көтә? Республикабыҙ ҡунаҡтарҙы үҙенең мөғжизәләре – Шүлгәнташ мәмерйәһе, Торатау һәм уникаль тәбиғәте менән әсир итергә әҙер. Йәй аҙағында Үзбәкстандан туроператорҙарҙың килеүе көтөлә. ❗️ Үзбәкстанға барыу өсөн сит ил паспорты кәрәк була.