"Әй Йола" төркөмө «Себер донъяһы» фестивалендә сығыш яһай — 10 июля 2026 г. в 05:30:05.669
"Әй Йола" төркөмө «Себер донъяһы» фестивалендә сығыш яһай 12 июлдә AY YOLA төркөмө Красноярск крайында халыҡ-ара фестивалдә республика исеменән сығыш яһай. «Тываның һәм Хакасияның икһеҙ-сикһеҙ далалары, Енисей менән Шушь йылғалары араһында, боронғо ҡурғандар янында йыл да Халыҡ-ара этник музыка һәм кәсептәр фестивале ойошторола, унда бар донъянан меңләгән ҡунаҡ һәм йөҙләгән ҡатнашыусы йыйыла.Тиҙҙән бында «Урал батыр» эпосын – быуаттар буйына телдән-телгә күсә килгән, бөгөн иһә беҙҙең музыкала йәшәүен дауам иткән тарихты алып киләбеҙ", - ти музыканттар. Инеү бушлай, 0+