🌿Ағиҙел ҡалаһында «Ғаилә» күп функциялы үҙәге 11 социаль ярҙам учреждениеһы һәм йәмәғ... — 19 августа 2026 г. в 11:32:00.701
🌿Ағиҙел ҡалаһында «Ғаилә» күп функциялы үҙәге 11 социаль ярҙам учреждениеһы һәм йәмәғәт ойошмаһын берләштерә. Был — республика өсөн үҙенсәлекле проект. Унда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам үҙәге, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды, МХО ветерандары ассоциацияһы, «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәге, «Ғаилә» хеҙмәте һәм башҡа ойошмалар эшләй. Үҙәк тураһында Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙа. "Төп маҡсат — кешеләр кәрәкле ярҙамдың бер урында булыуы", ти ул. Йәштәргә лә айырым иғтибар бүленгән: «Беренселәр хәрәкәте» бүлексәһе эшләй, коворкинг-зона һәм кино залы булдырылған. Өлкән быуын вәкилдәре өсөн дә ойошма эшләй.

