Башҡортостанда киләһе йылда 152 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелә — 25 августа 2026 г. в 06:25:40.615
Башҡортостанда киләһе йылда 152 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелә Республика башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Йәмәғәт киңлектәре сәғәте”ндә тап ошо мәсьәләләр тикшерелде. Хөкүмәт кәңәшмәһендәге төп яңылыҡтар һәм пландар: ✔️ Затон күперенә — айырым иғтибар. Уны ремонтлау эштәре 2027-2028 йылдарҙа башҡарыла. ✔️ “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты барышында яңыртыласаҡ урындар: 📍 Өфөлә — Салауат Юлаев майҙаны; 📍 Стәрлетамаҡта — Ленин проспектындағы аллея; 📍 Октябрьскийҙа — Гагарин һәм “Нефтсе” парктары. Бынан тыш, Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған йәмәғәт биләмәләрен проектлау башланды. Стәрлетамаҡ, Туймазы, Благовещен, Яңауыл ҡалалары һәм Малаяҙ ауылы яңы киңлектәр булдырыу өсөн федераль ярҙам ала. Был үҙгәрештәр беҙҙең ҡала һәм ауылдарыбыҙҙы тағы ла матурыраҡ, яҡтыраҡ һәм ял итеү өсөн уңайлыраҡ итә.

