⚡️Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәнән мөһим хәбәрҙәр: — 24 августа 2026 г. в 17:42:59.603
⚡️Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәнән мөһим хәбәрҙәр: ✅Радий Хәбиров Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы ✅Радий Хәбиров үҫмерҙәр араһында спорт гимнастикаһы буйынса Европа Чемпионатында ил һәм республика исеменән лайыҡлы сығыш яһаған Полина Дмитриеваны һәм уның тренеры Елена Кайгулованы дәүләт наградалары менән бүләкләне. ✅Радий Хәбиров республикала педагог һөнәренең абруйын күтәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ йәмәғәтселек тарафынан педагогик эшмәкәрлектең әһәмиәтен таныуҙы нығытыу маҡсатында әҙерләнгән. ✅Республика мәктәптәре яңы уҡыу йылында 500 меңдән ашыу уҡыусыны ҡабул итә ✅Башҡортостанда Рәсәйҙәге иң ҙур кино селтәрҙәренең береһе эшләй: ул 29 муниципаль киноустановканы, 22 киноконцерт залын, 22 шәхси кинотеатрҙы һәм «Родина» кинотеатрын берләштерә.

