🎖️Өфөлә Махсус хәрби операция ҡатнашыусылары бүләкләнде — 24 августа 2026 г. в 13:33:00.773
🎖️Өфөлә Махсус хәрби операция ҡатнашыусылары бүләкләнде Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе барышында Радий Хәбиров хәрбиҙәргә юғары наградалар тапшырҙы. Алмаз Сафин исемендәге танк батальонының тәьминәт взводы хужалыҡ бүлексәһе командиры Павел Пстыга Генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Махсус хәрби операция башланғанға тиклем ул Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында эшләгән. Алмаз Сафин исемендәге 3-сө мотоуҡсылар батальоны бүлексәһе командиры Рим Әмирхановҡа Шайморатов миҙалы тапшырылды. Радий Хәбиров хәрбиҙәрҙең ҡаһарманлығын юғары баһаланы. «Һеҙҙең батырлыҡтарығыҙ тураһында уҡыйым, һоҡланам», — тине ул.

