АВГУСТ — 24 августа 2026 г. в 05:30:05.600
АВГУСТ Август, август, август - Сәскә-үлән ауғыс, Быҫҡаҡ ямғыр яуғыс - Көҙ ҙә бирә тауыш... Август, август, август - Ергә бүләк-нағыш. Тупланмаған ҡоштоң Тауышында - һағыш. Август, август, август... Тандыр менән бары. Тирә-йүнде ҡаплар Алтын ғына һары.. (Айһылыу Ғарифуллина)
1 604 просмотров

