Ҡырғыҙстанда Бөтә донъя күсмә халыҡтары уйындары тамамланды.
Ҡырғыҙстанда Бөтә донъя күсмә халыҡтары уйындары тамамланды. Рәсәй йыйылма командаһы 32 миҙал менән 3-сө урын яуланы. Милли команда составында Башҡортостандан 19 спортсы ҡатнашты. Яҡташтабыҙ 2 көмөш, 3 бронза миҙалға лайыҡ булды. Донъяның иң көслө 5 уҡсыһы араһында Әбйәлил районынан Нуриман Хәйбуллин да бар. Баймаҡ районынан Ғәфүр Рахманғолов милли йәйәнән уҡ атыу буйынса ярышта ҡатнашты. Афарин, беҙҙекеләр!
522 просмотров