Күмертау уҡыусыһы Әнүәр Вәхитов Радий Хәбировтың кабинетында булды.
Күмертау уҡыусыһы Әнүәр Вәхитов Радий Хәбировтың кабинетында булды. Республика башлығы 12 йәшлек үҫмерҙе июнь айында Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡатнашыусылар менән аралашыу барышында ҡунаҡҡа саҡырҙы. Малайҙың музыкаль һәләте биш йәшендә үк күренә, уның талантын асырға педагог Йәмилә Рамазанова ярҙам итә. Радий Хәбиров уҡыусы өсөн эш урындары буйлап экскурсия үткәрҙе, уға ижади уңыштар теләне.
1 485 просмотров