🥧 Ялдарҙа яҡындарыбыҙҙы тәмле алма бәлеше менән һыйлайыҡ🍎
🥧 Ялдарҙа яҡындарыбыҙҙы тәмле алма бәлеше менән һыйлайыҡ🍎 Ҡамыр өсөн кәрәк була: Он — 190 г, аҡ май — 100 г, ҡаймаҡ — 125 г, ҡамыр ҡабартҡыс — 1,5 сәй ҡалағы, шәкәр — 1 аш ҡалағы, бер семтем тоҙ. 🍎 Эслек өсөн 5 бәләкәй алма кәрәк. Шыйыҡ масса өсөн: 2 йомортҡа, 190 г ҡаймаҡ, 190 г шәкәр, 1,5 аш ҡалағы он, тоҙ, ванилин. 👩🍳 Әҙерләү барышы: Аҡ майҙы иретеп, ҡамыр өсөн бөтә ингредиенттарҙы ҡушабыҙ. Ҡамырҙы 30–40 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Алмаларҙы турайбыҙ, ҡойолма өсөн ингредиенттарҙы болғатабыҙ. Ҡамырҙы йәйеп, табаға һалабыҙ. Өҫтөнә алма теҙеп, шыйыҡ массаны ҡоябыҙ. 180°С 50 минут бешерәбеҙ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! ❤️